Башҡортостанға Германияның Оберхаузен ҡалаһынан бер төркөм үҫмерҙәр килде

Тулыраҡ: Башҡортостанға Германияның Оберхаузен ҡалаһынан бер төркөм үҫмерҙәр килде

«MULTI» Халыҡ ара программаһы сиктәрендә 13 ҡыҙ һәм егет республика ғаиләләрендә йәшәп, тәжрибә уртаҡлаша, Башҡортостан менән танышасаҡ. Шуларҙың береһе Өфө районы Шамонино ауылында йәшәүсе Нуриевтар ғаиләһе ҡунағы. . Иҙел Нуриев Оберхаузендан килгән ҡунағы Бьяне Вагнер менән иртәнге аш әҙерләй. Мульти программаһына ярашлы, аралашыу тулыһынса инглиз телендә бара. Иҙел Башҡортостанға килгән ҡунаҡҡа тыуған телендә һүҙҙәр өйрәтә. Үҙенә яуаплы бурыс йөкмәтелеүен ул яҡшы аңлай.Сит ил ҡунағы менән ғаиләнең иң бәләкәй ағзаһы Ирхан тиҙ арала дуҫлашып өлгөргән. Әлегә ул инглиз телендә иркен аралаша алмаһа ла, телефонындағы тәржемәсе ярҙамында ағаһының дуҫы менән төрлө темаларға әңгәмә ҡора. Бьяне ла үҙен Нуриевтар ғаиләһендә яҡшы тоя. Күрмәгән, белмәгән кеше балаһын ғаиләңә ҡабул итеү – яуаплы эш, ти ғаилә башлығы Фәнил Нуриев. Бьяненың тиҙ өйрәнеп китеүенә, малайҙарҙың үҙ ара уртаҡ тел табып яҡшы аралашыуына, ошо программала ҡатнашыу тәжрибәһенә ыңғай баһа бирә ул.Бьяне теннис, волейбол менән күберәк мауыға. Иҙел уны үҙе яратҡан шөғөлдәр менән таныштыра.Егеттәрҙең бер минут та буш ваҡыты юҡ. Өфө менән танышҡандан һуң делегация Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына юлланасаҡ. Иҙел дуҫын ике аҙна дауамында оҙатып йөрөйәсәк һәм бөтә яҡлап та мәғлүмәт бирергә тырышасаҡ.Оберхаузендан килгән үҫмерҙәрҙең күбеһе Өфө ғаиләләрендә йәшәй. Уларҙың бер нисәүһе генә ҡаланан ситтә йәшәү мөмкинлеген алған. Шуларҙың береһе Бьяне. Киләсәктә үҙен ветеринар итеп күрергә теләүсе үҫмер өсөн был файҙаға ғына. Ул йорт хайуандарын тәрбиәләү үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша ала.