Өфө халҡын йәнә торлаҡ мәсьәләһе борсой. Ни өсөн төҙөлөш фирмалары кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, йорттар һалыуын дауам итә? Өфө ҡалаһының затон биҫтәһендә төҙөләсәк өйҙәр мәсъәләһе йәнә бында йәшәгән халыҡты бергә йыйылырға мәжбүр итә. Бүленгән өс гектар ер ике йортҡа иҫәпләнгән, ни өсөн хәҙер килеп был майҙанға тағы ла өс күп ҡатлы торлаҡ һалынасағы, башҡа һыймай, ти Гөлнара Бакирова. Халыҡтың аһ-зарына ни тип яуап бирергә белмәгән төҙөлөш фирмаһы вәкиле, бар бәләне лә зарланыусыларҙың үҙҙәренә япһарырға ашыҡты. Балалар өсөн майҙансыҡ, машина ҡуйыу урыны, йәшел сиҙәмдән башҡа халыҡты өйҙәрҙең сифатһыҙ итеп төҙөлөүе лә хафаға һала. Халыҡ әйтеүенсә, торлаҡ етешһеҙлектәр менән төҙөлгән. Йорт 2014-се йылда ғына төҙөлөүгә ҡарамаҫтан стеналар сатнаған, ә бына был аҫтағы кирбесте хатта ҡуптарып алырға ла мөмкин. Өйҙөң тышҡы яғы ул тиклем хәүеф тыуҙырмаһа ла, эске яғында барлыҡҡа килгән ярыҡтар шомға һала, ти Римма Минисламова. Бәләкәй генә майҙансыҡта күп ҡатлы ике йорт урынына бишәү ҡалҡып сығыуы беҙҙең иректе генә сикләмәй, ә кеше ғүмере өсөн дә хәүефле, ти урындағы халыҡ. Тик был мәсъәләнең ҡасан һәм кем тарафынан хәл ителере генә билдәһеҙ.
Торлаҡ мәсьәләһе
Тулыраҡ: Торлаҡ мәсьәләһе