Цирк ҡайтып киткән, ә клоундар ҡалған

Тулыраҡ: Цирк ҡайтып киткән, ә клоундар ҡалған

Шапито циркы артистары бер-нисә ай буйына эш хаҡын ала алмай. Төньяҡ Осетия артистарының Өфөләге ике айлыҡ гастролдәре ярты йылға һуҙыла. Цирк етәкселәре иһә көндә тиерлек вәғәҙәләр менән һыйлай. Төньяҡ Осетияның цирк артистары эшләгән аҡсаларын хәҙер талашып тигәндәй талап итергә мәжбүр. Морат Ҡануҡов Төньяҡ Осетияның халыҡ артисы. Йәй башында уның труппаһы гастролдәр менән Өфөгә килә. Һөҙөмтәлә ике айлыҡ гастролдәр ярты йылға һуҙыла. Төркөмдә барлығы 11 кеше. Улар араһында артистарҙың балалары ла бар. Быға тиклем ситтән тороп белем алһалар, хәҙер инде уҡыу өсөн аҡса түләмәү сәбәпле улар уҡыуҙарын туҡтатып торорға мәжбүр. Артистарҙан тыш, төркөмдә шулай ук аттар ҙа бар. Тик йылҡы малын ашатырға аҙыҡ һатып алырға аҡса юҡ. Билдәле булыуынса, артистар цирк етәкселәре менән ике килешеү төҙөгән. Беренсеһе июнь айында, икенсеһен сентябрҙә. Көҙгө тамаша тулыһынса түләнгән, ә бына йәйге тамаша өсөн аҡсаларын әле лә ала алмайҙар. Шапито циркы етәксеһе Алик Исрафилов һүҙҙәренсә, цирктың финанс проблемалары бар. Шуға ла артистарҙы бер-аҙ көтөргә һораны. Төньяҡ Осетия артистары килеп тыуған мәсьәләне хәл итер өсөн прокуратураға мөрәжғәт иткән. Цирк етәкселәре иһә яуап бирергә әҙербеҙ тип, белдерә. Цирк етәкселәре иһә, 19 ноябрь артистарға аҡса түләнәсәк тип, вәғәҙәләне. Тик бындай вәғәҙәләрҙе цирк артистары беренсегә ишетмәй.