Өфө янында санитар зонала урынлашҡан баҡса һәм дачаларҙы хосусилаштырырға йә һатырға рөхсәт ителмәй. Әммә, улар менән файҙаланыуҙы бер кем дә сикләмәй. Башҡортостандың Коституция судында бөгөн баҡса һәм дача хужаларының дәғүәләре тикшерелде. Республиканың Министрҙар кабинеты 1995-се йылда ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, һыу үткәргестәр һәм һыу менән тәьмин итеү обьекттары айырым һаҡланған санитар зонаға ҡарай. Әммә, баҡса һәм дача хужалары документ рәсми баҫылманы һәм беҙ белмәй ҡалдыҡ тип судҡа мөрәжәғәт итте. Конституция суды 801-р һанлы ҡарар граждандарҙың конституция хоҡуҡтарын боҙмай һәм Министрҙар кабинеты раҫлаған документ талаптарға яуап бирә, тигән һығымтаға килде.
Баҡса һәм дачалар мәсьәләһе
Тулыраҡ: Баҡса һәм дачалар мәсьәләһе