Республикала йәнә һауа торошо насарая

Тулыраҡ: Республикала йәнә һауа торошо насарая

Бының турала ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала урыны менән секундына 20 метрға еткән көслө ел фаразлана. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар-ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Шуға ла водителдәргә тиҙлек режимын үтәү, йәйәүлеләргә лә иғтибарлыраҡ булыу хәйерле.