Мәскәү-Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша ла үтеүе ихтимал

Тулыраҡ: Мәскәү-Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша ла үтеүе ихтимал

Башҡортостандың баш ҡалаһын был күләмле проектҡа индереү мәсьәләһен махсус комиссия өйрәнәсәк. Ошо хаҡта Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәсәй тимер юлдары етәксеһе Олег Белозеров менән осрашыуынан һуң билдәле булды. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй транспорты” 12-се Халыҡ-ара форумы барышында йөк поездарын Өфө ситенән үткәреү һәм тимер юл вокзалын төҙөп бөтөү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостанда булдырылған “Урал легендаһы” йүнәлеше тураһында ла һүҙ барҙы.