Йәмәғәт транспорты хәрәкәтен хәҙер телефон аша күҙәтергә мөмкин. Ҡала хакимиәте сайтында Өфөнөң яңы маршруты менән дә танышырға була. Ул Санкт-петербургтың транспорт схемаһы нигеҙендә эшләнгән. Хәҙер 142 йәмәғәт транспорты пассажирҙарҙы ташыясаҡ. Ҙур үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Әммә бәләкәй автобустарҙы ҙурҙары алыштырасаҡ. Был ҡалаға экологик яҡтан да әһәмиәтле. Шулай уҡ, йәмәғәт транспортының йөрөү тиҙлеген арттырасаҡ. Тағы ла бер маҡсат – ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙе индереү. Дөйөм алғанда, 142 йәмәғәт транспорты пассажирҙарҙы йөрөтәсәк. Яңы транспорт схемаһы буйынса 20 маршрут үҙгәртелә, 13 рейс ябыла, ә 5 асыла. Өфө туҡталыштарында автобустарҙың хәрәкәт итеү теҙмәһе ҡуйыласаҡ. Унда яңыртылған машруттар буйынса ла мәғлүмәт табырға мөмкин. Ҡаланың траснпорт идаралығы мәғлүмәт таҡталарындағы етешһеҙлектәр хаҡында хәбәр итеүҙе лә һорай.
Өфөнөң яңы маршрут картаһы барлыҡҡа килде
Тулыраҡ: Өфөнөң яңы маршрут картаһы барлыҡҡа килде