Йылы килде

Тулыраҡ: Йылы килде

Ауырғазы районының Сыуаш-Ҡарамалы ауылындағы мәктәптә яңы йылытыу ҡаҙанлыҡтары ҡуйылған. Быға тиклем Райондың газ хеҙмәте иҫке йылытыу ҡаҙанлыҡтарын тикшереп уларҙы ҡулланырға яраҡһыҙ, тип тапҡайны. Хәҙер инде балалар йылы мәктәпкә, сабыйҙар йылы балалар баҡсаһына йөрөй. Мәктәп менән бер бинала урынлашҡан балалар баҡсаһында яңынан сабыйҙар тауышы яңғырай. Никита кескәй дуҫтарын, уйынсыҡтарын һағынып килгән. Быға тиклем бина бүлмәләрендә һыуыҡ булыуы сәбәпле, бер ай дауамында балалар өйҙә ултырырға мәжбүр ине. Хәҙер инде сабыйҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылған – бүлмәләрҙә 21 градус йылы. Мәктәп уҡыусылары ла дәрестәрҙә курткалар кейеп ултырырға мәжбур булған. Хәҙер йылы һауа температураһы һаулыҡҡа ла, уҡыу процессына ла ыңғай тәьҫир итә, ти балалар. Ҡаҙанлыҡ бүлмәһе тулыһынса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ыҫлыҡ торбалары ла ҡуйылған. Бөтә нәмә газ хеҙмәтенең талаптарына тура килә. Яңы ҡаҙанлыҡты тулы ҡеүәттә эшләтмәйҙәр. Сөнки яртылаш эшләгәндә лә ул мәктәпте етерлек кимәлдә йылыта. Ә инде ныҡ һалҡындар килгән осраҡҡа бында тағы ла бер өҫтәмә ҡаҙанлыҡ бар. Киләһе йылда мәктәп етәкселеге уҡыу бинаһының иҫке корпусында ла йылытыу системаһын тулыһынса алмаштырырға планлаштыра. Таушалып бөткән торбаларҙың урынына яңылар ҡуйыласаҡ.