Юғары баһаланған эш

Тулыраҡ: Юғары баһаланған эш

Ярославль ҡалаһында үткән “Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы” Беренсе Бөтә Рәсәй фестивалендә беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре беренсе урынға лайыҡ булды. Рәсәй буйлап конкурсҡа бөтәһе 150-нән ашыу журналист төрлө номинацияларға үҙ эшен ебәргән ине. Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһынан хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова һәм оператор Урал Шәриповтың башҡорт тирмәһен эшләүсе оҫта хаҡындағы материалы, ә этномәҙәни ваҡиға номинацияһына “Пржевальский эҙҙәре буйлап һыбайлы тур” репортажын ебәреүсе хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова һәм оператор Азамат Даяновтың эштәре илдең төрлө төбәктәренән ебәрелгән йөҙҙән ашыу репортаж араһында иң яҡҡшылары,тип билдәләнде. Был репортаждарҙың икеһе лә-башҡорт телендә.