Бөгөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында йәш белгестәрҙе һөнәрҙәренә бағышлау сараһы уҙҙы. Табиптар тантаналы рәүештә ант бирҙе. Бай тарихлы республика дауаханаһының ҙур, татыу коллективы 6 табип һәм 27 шәфҡәт туташы менән тулыланды. Дилбәр Шәрифуллина бында Бәләбәй медицина колледжын тамамлағандан һуң килә. Табип булыу еңел түгел. Йәш белгестәр быны яҡшы аңлай Табип эшенең ауырлығы, улар хеҙмәтенең үтә яуаплы, тынғыһыҙ, даими камиллашып тороуҙы талап иткәне һәр береһенә билдәле, ти Башҡорт Дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһы мөдире.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы әллә нисәмә быуын талантлы, билдәле медицина хеҙмәткәрҙәрен берләштереүгә өлгәшкән. Тап ошо медицина учреждениеһында улар ҡасандыр һөнәри сифаттарын асҡан, ә хәҙер иһә улар үҙ оҫталыҡтарын йәштәргә лә өләшә. Бала саҡтан хыял иткән һөнәрен һайлаған йәштәр үҙҙәрен бәхетле һанай. Бөтә күңелең менән эшеңде яраты башҡараһың икән, тимәк, һин дөрөҫ юлды һайлағанһың, ти улар.