Өфөлә йыр-бейеү, күңелле уйындар менән төп шыршыны ҡаршы алдылар. Ел-дауыл, буранға ҡарамай, уны уҙған төндә Благовещен районынан килтерҙеләр. Йәшел ҡупшыҡайҙы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Юл-хәрәкәте дәүләт инспекцияһы һәм “Горзеленхоз” хеҙмәткәрҙәре ҡаршыланы. Яңы йыл символы Ленин майҙанында урын алды. Уның бейеклеге 30 метр, тимәк был ағасҡа 90 йыл тигәнде аңлата. Әйткәндәй, шыршы ҡар яуғансы, октябрь айында уҡ һайлап ҡуйыла. Ул мотлаҡ ҡупшы, олоно төҙ, ботаҡтары ла бөтә яҡтан бер тигеҙ урынлашырға тейеш. Оҙаҡламай, ҡупшыҡайҙы яңы йыл уйынсыҡтары менән биҙәйәсәктәр.
38 көндән-Яңы йыл
Тулыраҡ: 38 көндән-Яңы йыл