Киләһе ялдарҙа көндәр һыуына

Тулыраҡ: Киләһе ялдарҙа көндәр һыуына

Һауа температураһы 25 градусҡа тиклем төшәсәк, тип хәбәр итә синоптиктар. 24 ноябрҙең төнөндә -14, аяҙайытҡанда -25кә тиклем етәсәк. Арктиканың һыуыҡ ағымы ҡыҫҡаса була, 25 ноябргә бер аҙ йылыта. Төндә 13, көндөҙ 9 градусҡа тиклем һалҡын булыуы күҙаллана. Әйтергә кәрәк, күпләп яуған яуым-төшөмдән һуң, республиканы тулыһынса ҡар ҡапланы. Быға тиклем ул көньяҡ райондарҙа ғына күҙәтелә ине. Әйтергә кәрәк, быйыл ҡар 10-15 көнгә һуңғараҡ ятты.