Фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә

Тулыраҡ: Фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә

Башҡала үҙәгендә торлаҡ йорттар төҙөлөшөн йәйелдергән ике ойошма бер-береһен ялғанлыҡта ғәйепләй. Бәхәс һөҙөмтәһендә фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә. “Инициатива” атамалы фирма НФСК исемле партнеры менән беренсе йыл ғына хеҙмәттәшлек итмәгәнен таный. Йорт күтәргән өсөн әҙер фатирҙар менән иҫәпләшеү ҡаралған. Тик НФСК килешеүҙе боҙҙо, ти “Инициатива” директоры. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү буйынса ташсы эштәрен тамамлағас та үҙен генераль подрядсы, тип танытҡан НФСК артабанғы төҙөлөш эшенән ситләтелгән. Ойошманың баш инженеры белдереүенсә, нахаҡҡа. Бәхәсте хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡала идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә был хәл буйынса тәфтиш эше асылған.Миллиондарын төҙөлөш башында уҡ түләп һаман фатир көтөп ҡайҙа етте шунда көн итергә мәжбүр кешеләрҙе иһә был ваҡиғала ғәйеплеләрҙе асыҡлау түгел, ә торлаҡ мәсьәләһе борсой. Фатирға аҡса түләнгән, тик уны суд аша ла алырлыҡ түгел. Яңы подрядсы суд ҡарарына ярашлы фатир майҙанын үлсәргә килгән дәүләт кадастр баһаһы һәм инвентаризация бюроһы белгестәрен төҙөлөш майҙанына үткәрмәй. Селтәр кәртә аша еңел үттек, ти һөйөнгән кешеләрҙе йорттоң ишегенә ашығыс иретеп йәбештерелгән тимер ситлек ҡаршылай. Төҙөүселәр беҙҙең менән һөйләшеүҙән баш тарта.Хоҡуҡ белгестәре был хәлдең хәйләкәр схемаһы бар, тип иҫәпләй. Алданған өлөшсөләр мәнфәғәтен яҡлаған юрист документтар менән танышҡандан һуң ошондай фекергә килә. Ойошмаларҙың беренсеһе ҡуртымға ер алып төҙөлөш башларға рөхсәт теркәгән, икенсеһе төҙөлөш өсөн физик шәхестәрҙән аҡса йыйған. Закон иһә төҙөүсе ойошма бурысын тик бер юридик шәхескә йөкмәтеүҙе күҙ уңында тота. Башҡаланың Совет районы хакимиәте Жәлил Кейекбаев урамындағы алтынсы литер тип билдәләнгән йортта буласаҡ фатир һатып алып алданған кешеләр тураһында хәбәрҙар. Ярҙам әлегә юридик белешмә кимәлендә. Граждандар аҡсаһын законһыҙ файҙаланыуҙа ғәепләү буйынса суд ҡарарын әле 25 фатир һатып алыусы көтә. Өмөт сатҡылары һүнә бара. Ҡайғырып ҡойма ҡойоп булмай. Алданған өлөшсөләр хәҙер үҙ мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн хоҡуҡи белем тупларға мәжбүр. Тормош тәжрибәһе тап юридик наҙанлыҡтың мутлашыусыларға киң мөмкинлектәр асыуын дәлилләй.