Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Үлемесле авариялар арта. Был, тәү сиратта, водителдәрҙең ихтибарһыҙлығына, ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүенә лә бәйле. Бөрө районында бөгөн ВАЗ машинаһы ҡаршы яҡ юлға сығып Форд менән бәрелеште. Бер кеше һәләк булды. Дүртәүһе йәрәхәтләнде. Көн һайын тиерлек республикала ошондай бер-нисә авария теркәлә. Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү мәсьәләһе Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә лә күтәрелгәйне. Быйыл ун айҙа ғына аварияларҙа 400-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров фажиғәләрҙе кәметеү өсөн етди саралар күреүҙе талап итә.
Үлемесле авариялар арта
Тулыраҡ: Үлемесле авариялар арта