Өфөлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Батырлыҡ йондоҙлоғо” фестивале үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов кеше ғүмерен ҡотҡарып, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеүсе мәктәп уҡыусыларына дипломдар тапшырҙы. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә эйә булыусы профессиональ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр ҙә бүләкләнде. “Батырлыҡ йондоҙлоғо” — иң ҙур һәм әһәмиәтле фестивальдәрҙең береһе. Беҙҙең телерадикомпания хәбәрселәренең конкурсҡа ебәрелгән эштәре юғары баһа алды. Бөтәһе ете хәбәрсе дипломдар менән тәбрикләнде.
Батырлыҡ йондоҙлоғо
Тулыраҡ: Батырлыҡ йондоҙлоғо