Заманса техника Өфө урамдарына сыға

Тулыраҡ: Заманса техника Өфө урамдарына сыға

Өфөлә коммуналь техника һәм йәмәғәт транспорты ГЛОНАСС системаһы ярҙамында күҙәтеүгә алына. Заманса технологиялар ҡар таҙартыусы тракторҙарҙың ҡайһы ихатала йөрөгәнен, уның эшләгәнен һәм туҡтап торғанын күрергә мөмкинлек бирә. Йәғни, тракторсы эшен ҡалдырып китеп ваҡытын бушҡа уҙғара алмай. Глонасс системаһы тағы ла ҙур мөмкинлектәргә эйә. Илнур Хисимов иртәнге сәғәт биштән тракторын тоҡандырып, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартырға сыға. Ваҡытында эшкә тотонмаһаң шунда уҡ етәкселәр белеп, шылтырата башлай, ти ул. Барлыҡ тракторҙарҙың ҡайҙа эшләгәнен телефон йә компьютерҙан онлайн күҙәтеп була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәре ҡайһы ихата таҙартылғанын да тикшерә ала. Ихата таҙартылып 15 минут үткәс ошо турала телефонға хәбәр килә һәм инженерҙар эштең башҡарылғанын күрә. Элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре ихаталар ҡарҙан таҙартылғанмы икәнен йөрөп тикшергән. Хәҙер иһә ярҙамға заманса технологиялар килде. Глонасс ҡуйылған тракторҙарҙы һәм эштәр барышын күҙәтеү өсөн Өфөлә диспетчер пункттары ла булдырыла. Ошондай заманса үҙәк Орджоникидзе районында асылды. Был авария-диспетчер хеҙмәтенең йөрәге тип әйтергә була. Диспетчерҙар халыҡтан шылтыратыу ҡабул итә һәм махсус хеҙмәттәрҙе кәрәкле урынға ебәрә. Диспетчер пунктында бөтә район күҙәтеүгә алына. Һаумыһығыҙ, әле ҡайһы йорттар ҡарҙан таҙартылған. Глонасс ярҙамында коммуналь техниканың хәрәкәтен күҙәтеп, кәрәкле урынға ебәреп, эште яйға һалырға мөмкин. Өфө хакимиәте технологияны артабан да камиллаштырырға йыйына. Киләһе ҡышҡа тракторҙарға көрәген төшөрөп таҙартҡанын, һеперткеһе менән эшләгәнен билдәләүсе датчиктар ҙа ҡуйырға уйлайҙар. Яңыраҡ Глонасс ярҙамында оло урамдарҙы таҙартыусы һәм ҡом — тоҙ ҡатнашмаһын һибеүсе техниканы ла һынау рәүешендә күҙәтә башлағандар. Киләһе йылдан уларҙы ла тулыһынса заманса технологиялар менән йыһазландырыу ҡарала. Йәғни, техника ҡар таҙартамы, ҡом һибәме икәнен дә контролдә тотоп буласаҡ. Өфө хакимиәте был системаға шәхси автобустарҙы ла тоташтырған. Хәҙер, бөтә йәмәғәт транспортының хәрәкәте ныҡлы контролгә алына.