Цифраны тоҡандыр акцияһына ҡушылырға ирекмәндәр ярҙам итә

Тулыраҡ: Цифраны тоҡандыр акцияһына ҡушылырға ирекмәндәр ярҙам итә

Рәсәй телерадио селтәрҙәре компанияһы республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә был бурысты техник яҡтан үтәү буйынса белешмәләр биреүҙе ойошторҙо. Белешмәләр видеокәңәшмә форматында үтте. Ирекмәндәр урындағы халыҡҡа телевизорҙы цифра сигналына күсереүгә ҡағылған мәғлүмәт бирә. Бының өсөн улар үҙҙәре ҡоролмаларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен өйрәнә. Видеокәңәшмәнән тыш белешмәне ирекмәндәр махсус чат аша ла ала. Рәсәйтелерадиоселтәрҙәре компанияһы белешмәләрҙе ҡағыҙ баҫмала ла тарата.