Башҡортостан юлдарында күләмле операция--водителдәрҙе тикшереү башланды. Был хаҡта юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерҙе. Юл инспекторҙары иҫерек килеш руль артына ултырыусы водителдәрҙе асыҡлауға етди иғтибар бирәсәк. Штрафтар артыуға, төрлө рейдтар даими үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, республикала көн дә тиерлек эскән килеш машина менән идара итеүселәр тотола. Башҡортостанда һуңғы айҙарҙа үлемесле авариялар артыуы борсоуға һала. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл ғына юлдарҙа 450 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Башҡортостан юлдарында күләмле операция
Тулыраҡ: Башҡортостан юлдарында күләмле операция