Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алынасаҡ

Тулыраҡ: Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алынасаҡ

Республикала күп кеше һыйҙырышлы автобустар һатып алыуға 690 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бюджеттан ошо күләмдәге инвестициялар Республика адреслы инвестиция программаһында ҡаралған. Бөтәһе 100 заманса автобус һатып алыу күҙаллана. Дәүләт һатып алыуҙары порталында урынлаштырылған документтарға ярашлы, бүленгән аҡсаның яҡынса 500 миллион һумы ҡалалар өсөн 74 автобус һатып алыуға йүнәлтелә. 191 миллион һумына ҡала-ара бәйләнеш өсөн 26 автобус алынасаҡ.