Башҡортостан тарихы биттәре

Тулыраҡ: Башҡортостан тарихы биттәре

Ошо исем аҫтында төбәктә фестиваль-марафон дауам итә. Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған сара сиктәрендә һәр район үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра. Башҡорт дәүләт филармонияһының сәхнәһендә Ишембайҙар майҙан тотто. 16 быуатта йәшәгән юрматы ырыуы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре тураһында мәғлүмәттәрҙе хәҙер тарихи китаптарҙағы һүрәттәр аша күреп кенә түгел, улар менән көндәлек тормошта ла танышырға мөмкин. Ишембайҙағы музейҙа һаҡланған уникаль ҡомартҡылар беренсе тапҡыр киң йәмәғәтселеккә лә сығарылды. Күсмә экспозиця ысынлап та, иғтибарҙы йәлеп итерлек. Костюмдар араһында ошо үҙенсәлекле баш кейеме лә бар. Ул 18 быуатҡа ҡараған тәңкәләр менән биҙәлгән. Ауырлығы биш килограммға тиклем барып етә. Борон уны хан ҡатындары ғына кейеп йөрөгән. Юрматыларҙың боронғо кейемдәренә ҡарарға халыҡ күпләп йыйылды. Ырыуҙың үҙәге — Ишембай районы “Башҡортостан тарихы биттәре” фестивале сиктәрендә үҙенең тарихы һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Сараға ошо ерлектә тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан бихисап яҡташтар йыйылды.Башҡорт дәүләт филармонияһында Ишембай районының сәнәғәт предприятиелары, фабрикалары тауарҙары күргәҙмәһе, күренекле рәссамдарҙың картиналары, бөйөк шәхестәргә бағышланған стендтар ҙа бар ине. Әйтергә кәрәк, ишембайҙар марафонға ныҡлы әҙерләнгән. 400-гә яҡын һәләтле артистарҙың сығыштарынан үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле концерт программаһын тәҡдим итте. Марафон Башҡортостандың бай тарихын, сағыу мәҙәниәтен күрһәтеү менән бер рәттән, райондар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға ла йүнәлтелгән. Ишембайҙар эстафетаны Илештәргә тапшырҙы. Шул рәүешле, 2019 йылдың аҙағына тиклем Өфө сәхнәләрендә республиканың бөтә муниципаль берәмектәре үҙ районы менән таныштырасаҡ.