Сираттағы конкурс

Тулыраҡ: Сираттағы конкурс

Киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Унда газета-журналдар, ҡала һәм район газеталары редакциялары, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Эштәр төрлө жанрҙарҙа булыуы ихтимал. Конкурсҡа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 1 декабренә тиклем донъя күргән материалдар ебәрелә. Эштәр 10-сы декабргә тиклем ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон (347) 218-07-72.