Иҫтәлеккә ҡалған хаттар, фотоһүрәттәр, шәхси әйберҙәр – былар барыһы ла «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәм әрмелә төрлө сәбәптәр арҡаһында һәләк булған егеттәргә арналған. Был экспонаттар Һалдат даны һәм әсә хәтере музейында һаҡлана.
Ҡасандыр йәмәғәт башланғысында барлыҡҡа килгән ойошма хәҙер комитет булараҡ бына инде 25 йыл армия хеҙмәтенә алыныусыларға, һалдаттарҙың ата-әсәләренә, хәрбиҙәргә социаль ярҙам күрһәтә.
Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса “Аҡтау” социаль үҙәге лә байтаҡ эштәр алып бара. Үҙәктә наркотиктар һәм спиртлы эсемлектәр ҡоло булған 16 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет реабилитация үтә.
Дауаланыусыларҙы сәләмәт тормош алып барыу теләге берләштерә. “Аҡтау” үҙәгенең ошо йүнәлештәге “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Ил” проекттын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан бер млн ашыу грант аласаҡ.
“Аҡтау”ҙың был беренсе еңеүе, “Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ветерандарының” шәфҡәтлелек фонды ла бер млн грант аласаҡ. Шуның 126 меңе Һалдат даны һәм әсә хәтере музейына бүленәсәк. Улар экскурсияларҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн проектор һатып алырға йыйына. Республиканың тағы ла бер-нисә ойошмаһы федераль грантҡа дәғүә итә.
Һайлап алынған проекттар социаль әһәмиәткә эйә һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Киләһе ике ай эсендә ойошмалар грант аҡсаһын алып, ниәт-маҡсаттарын тормошҡа ашырасаҡ.