Хеҙмәттәшлек килешеүе

Тулыраҡ: Хеҙмәттәшлек килешеүе

Бөгөн Башҡортостан һәм Ставрополь крайы хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров ҡул ҡуйҙы. Килешеү иң беренсе республика халҡын Ставрополь крайы шифаханаларында дауалауҙы дауам итеүҙе күҙаллай. Шулай уҡ, яҡтар ике төбәктең эшҡыуарҙарын осраштырып, хеҙмәттәшлек өсөн яңы йүнәлештәрҙе билдәләргә килеште. Дөйөм алғанда, документ бөтә тармаҡтарҙы ла үҙ эсенә ала.