Яман шеш менән яфаланыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу

Тулыраҡ: Яман шеш менән яфаланыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу

Башҡортостанда яман шеш менән яфаланыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләрен бөгөн Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа түңәрәк өҫтәл артында тикшерҙеләр. 2018 йылдың 9 айында был сир 5584 кешенең ғүмерен өҙгән. Һуңғы биш йылда күрһәткес артһа, быйыл уның кәмеүе күҙәтелә. Үлем осраҡтары иң күбе һөт биҙе яман шеше, икенсе урында – йыуан эсәк, өсөнсөлә үпкә яман шеше менән сирләүселәр араһында теркәлгән. Күптәренең сире 3-сө стадияла ғына асыҡланған. Шуға күрә лә, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, тәү сиратта ауырыуҙы иртә билдәләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтәнә ала. Бының өсөн һәр граждандың диспансеризация үтеүгә аңлы ҡарашта булыуы һәм үҙ ирке менән ваҡытында үтеүе мөһим. Мәсьәләне хәл итеүҙең икенсе алымы - сирле үткән маршрутты һәм анализ тапшырылып, дауалау билдәләнгәнгә тиклемге ваҡыт арауығын кәметеү. Әлеге ваҡытта ул 20-30 көн арауығында башҡарыла, район дауаханаларын белгестәр менән тәьмин иткәндә был процедураны 14 көндә башҡарыу мөмкин. Бының өсөн яҡын арала 81 табипты әҙерләү һәм райондарҙа Амбулатор онкология үҙәктәрен асыу һәм ҡоролмаларҙы яңыртыу кәрәклеге әйтелде.