Ошо уңайҙан Башҡортостанға был уҡыу йортон тамамлаған белгестәр бөтә Рәсәй төбәктәренән йыйылды.Университеттың тарихы 1941 йылдан башлана. Тап шул ваҡытта Черниковск ҡалаһына Мәскәүҙәге Губкин исемендәге нефть институты күсерелгән. Йәнә ете йылдан был уҡыу йортоноң Өфө филиалы асыла. Ете тиҫтә йыл арауығында Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәй техник юғары уҡыу йорттарының алдынғы утыҙы, ә нефть һәм газ йүнәлешендә белем биргәндәренең тәүге бишәүһе исемлегендә килә. Илдең иң ҙур тармаҡ предприятеларының терәк уҡыу йорто дәрәжәһенә лә нефть техник университеты лайыҡ.Халыҡ-ара кимәлдә танылған юғары уҡыу йортонда планетаның төрлө төбәктәренән килгән студенттар белем ала. Университеттың ете факультеты, өс институты, өҫтәмә һөнәри белем биреү бүлеге, инжиниринг үҙәге һәм йәштәр технопаркы бар. Юғары белем биреү йортоноң төп ҡаҙанышы иһә – әҙерләп сығарған белгестәре. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров университетты юбилейы менән тәбрикләп тап уларҙың төплө белеме менән лайыҡлы хеҙмәтен юғары баһаланы.Университетты тамамлаған белгестәр ҙә юбилей тантанаһы уңайынан уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатлай. Студент йылдарын хәтергә төшөрә. Нефть университетында баһалап бөткөһөҙ белем туплағандарын таный.70 йыл – уҡыу йорто тарихында иҫтәлекле ваҡиға. Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты заман талаптарына яуап биргән белем биреү үҙәге. Киләсәктә лә ул яңы үрҙәр яуларға әҙер.
Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Тулыраҡ: Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй