Бөгөн бөтә донъяла ирекмәндәр көнө билдәләнә

Тулыраҡ: Бөгөн бөтә донъяла ирекмәндәр көнө билдәләнә

Үҙ ирке менән мохтаждарға ярҙам иткән мәрхәмәтле кешеләргә бөгөн ошо уңайҙан рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Беҙҙең киләһе видеояҙма геройҙары өсөн һөнәри байрам ғаилә тантанаһына башланғыс һала. Ксения Ивашкова ирекмән эҙәрмәндәр отрядының Башҡортостан бүлеге мәғлүмәтсеһе. Тәүлек әйләнәһенә яңыртылып торған хәбәрҙәрҙе эҙәрмәндәргә тиҙ арала тапшырыу уның төп бурысы. Монитор алдындағы өсәр сәғәт дежурлыҡты балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә ойошторолған әңгәмәләр менән аралаштыра.Иван Букреев менән Ксения эҙәрмән операцияһында танышҡандар. Егет “Лиза-алерт” отрядына бынан дүрт йыл элек ҡушылған. Ҡыҙ бала юғалған, тигән хәбәргә битараф ҡала алманым, ти. Ярты йылдан һуң сабыйҙың мәйете табылғас, эҙәрмән эшен ташламаҫҡа ҡарар иткән. Аяныс хәлдәр башҡа ҡабатланмаһын өсөн ул үҙе кеүек мәрхәмәтле кешеләр менән берләшкән.Бындай саҡырыу тәүлек сәғәтенә ҡарамай. Саҡрымдарҙы ла иҫәпләмәй. Ашығыс хәбәр алыу менән эҙәрмәндәр юлға ашыға. Юғалған кешене ни тиклем тиҙерәк эҙләй башлаһаң, ахыры шул тиклем һөйөнөслө. Йөҙ осраҡтың етмешендә кеше имен табыла, ти эҙәрмәндәр. Иң оло бүләк шул. Ирекмәндәр эш хаҡы өсөн түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса хеҙмәт итә. Ә ҡайҙа йөрәк, шунда мөхәббәт. Тәү ҡараштан түгел, уларҙың һөйөүе эҙәрмән һынауҙарын үткән. Ксения менән Иванды уртаҡ маҡсат, ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлек һәм изге ғәмәл ҡылыу теләге берләштерә. Пар әле туйға әҙерләнә, ҡауышыу балдаҡтарын һайлай. (в кадре) Отрядта ирекмәндәрҙең юғалған кешеләрҙе генә түгел, ә бер-береһен дә тапҡан осраҡ Башҡортостанда беренсе тапҡыр теркәлә. Ксения менән Иван артабан уртаҡ маҡсаттарҙы эштә генә түгел ғаиләлә лә нығытып ирекмән йылы менән ғаилә йылына матур йомғаҡ яһай.