Республика кардиология үҙәге хирургтары беренсе ошондай операцияны Өфөлә Мәскәү крдиохирургы менән берлектә яһаны. Операция өҫтәлендә 86 йәшлек ир кеше. Йөрәктәге физик кәмселек сиренән ҡотолор өсөн уға яңы клапан талап ителә. Республика кардиология үҙәге белгестәре клапан алмаштырыуҙы яңыса башҡара. Ҡәҙимге операциялар үҙәктә 2013 йылдан алып эшләнә. Уларҙың үҙенсәлеге — янбаштағы ҡан тамырынан катетер аша аорта клапаны үткәрелә. Белгестәр бындай клапандарҙы йыл да камиллаштыра килә. Әлегә иң яңыһы, Evolute R клапаны тәүгеләренән күпкә һығылмалыраҡ һәм уңайлыраҡ, тип танылған. Операция бүлмәһенә инергә ярамай. Йөрәккә эшләнгән операцияны компьютер аша ҡарарға мөмкин. Әле беҙ бәләкәй генә 6 миллиметрлыҡ клапандың артерия аша үтеүен күҙәтәбеҙ һәм ул зарарланған аорта клапанын алмаштыра. Республика кардиология үҙәге хирургы Игорь Бузаев операцияны Мәскәү белгесе, медицина фәндәре докторы Тимур Имаев күҙәтеүе аҫтында башҡара. Клапан алмаштырырға бары ярты сәғәт тирәһе ваҡыт әрәк. Киләһе ике көндә йәнә 8 пациентҡа ошондай йөрәк ҡапҡасы ҡуйыу көтөлә.Evolute R моделе тәүге импланттар кеүек үк биологик материалдан эшләнгән һәм клапандың файҙаланыу осоро сикле. 8-10 йылдан һуң биологик протезды алмаштырырға кәрәк буласаҡ. Республика кардиология үҙәгендә асыҡ йөрәккә йылына 500-гә яҡын операция эшләнә. Йөрәк клапанын ҡан тамыры аша үткәреп алмаштырыуҙы күҙ уңында тотҡан хирургик ярҙам айырым иҫәптә. Республика кардиохирургтары йылына 10-ға яҡын эндоваскуляр операция яһап асыҡ хирургия ярҙамы тыйылған кешеләргә лә ҙур мөмкинлектәр аса.
Рәсәйҙә йөрәк ҡапҡасын алмаштырыу буйынса Evolute R тип аталған яңы ысул үҙләштерелә башланы
Тулыраҡ: Рәсәйҙә йөрәк ҡапҡасын алмаштырыу буйынса Evolute R тип аталған яңы ысул үҙләштерелә башланы