Ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә бәйле түләүҙәр хаҡы 20 декабрҙә билдәле буласаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яңы системаға күсеүгә бәйле эшсе төркөм ултырышы үтте. Башҡортостан биш зонаға бүленгән, һәр зонаны бер төбәк операторы хеҙмәтләндерә. Улар сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү, полигондарға күмеү менән шөғөлләнә. Ҡулланыусылар өсөн түләүҙе республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләй. Әммә әлегә тиклем аныҡланған хаҡтар менән киң йәмәғәтселек риза түгел. Халыҡ вәкилдәре лә ошо уҡ фекерҙе белдерә.
Ҡабалан эш итергә иртәрәк
Тулыраҡ: Ҡабалан эш итергә иртәрәк