Үҙ фатиры өсөн көрәшә

Тулыраҡ: Үҙ фатиры өсөн көрәшә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны оло йәшендә дөрөҫлөктө асыҡлар өсөн суд тупһаһын тапарға мәжбүр. Ғаиләгә ярты йыл буйы урамда ҡалыуҙан ҡурҡып йәшәргә тура килә. Бөйөк Ватан һуғышының бөтә михнәттәрен күргән Валентина Тупикина 87 йәшендә суд тупһаһын тапарға мәжбүр. Ҡасандыр үҙ көсөнә һатып алған фатирынан уны суд приставтары ҡыуып сығарырға килгән. Бындай яңылыҡты мин һис көтмәгәйнем, тип зарлана ветеран. Бәләгә тарыусы ғаилә тураһында беҙҙең ижади төркөм сюжет төшөргәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мутлашыусылар ветерандың ҡыҙы Любовь Тупикинаның бер ҡатлылығынан файҙаланып аҡсалы эш тәҡдим итә. Бының өсөн күсемһеҙ милеген залогҡа биреп, кредит алырға тейеш була. Әммә ҡатын уҡымайынса фатирын һатыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Тупикиндар ғаиләһе шунда уҡ адвокат яллап, судҡа мөрәжәғәт итә. Әммә эш тәҡдим итеп йөрөүсе ир судҡа бер тапҡыр ҙа килеп күренмәгән. Билдәһеҙ ирҙең вәкиле әйтеүенсә, уның ваҡыты бөтөнләй юҡ.Килешеүгә ҡул ҡуйған пенсионер Любовь Тупикинаның инсульттан һуң булыуы һәм һаулығының ҡаҡшауы тураһында экспертиза үткәрелә. Ярты йыл буйы үҙ фатиры өсөн көрәшеүселәр, ниһайәт, еңеп сыға.Шулай ҙа, зыян күреүселәрҙең адвокаты бының менән генә эш бөтмәне, тип белдерҙе. Улар хәҙер юғалған аҡсаны үҙ хужаларына ҡайтарырға маҡсат ҡуйған. Ә Тупикиндар ғаиләһе иһә хәҙер үҙ фатирында тыныс күңел менән йәшәй аласаҡ. Килешеүгә үҙҙәре ҡул ҡуйған граждандарға судта еңеп сығыуы ауырға тура килә. Тупикиндар ғаиләһенә оҡшаш хәл бихисап. Шуға күрә ниндәй ҙә булһа ҡағыҙға ҡул ҡуйыр алдынан уны иғтибарлы уҡыу һәм яныңда яҡын кешеңдең булыуы мөһим.