Быуындар бәйләнешенә иғтибар йылдан йыл арта. Өфө ҡалаһының Октябрь районында шәжәрә байрамын ойоштороу ҙур йолаға әйләнде, ул район кимәлендә 2007 йылдан уҙғарыла. Һәр йыл бер тема менән бәйле, быйылғыһы Башҡортостандың 100 йыллғына арналған. Рөстәм Өфө ҡалаһының 48-се лицейында уҡый. Дәрестәрҙән һуң «Умырзая» башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә шөғөлләнә. Өҫтәмә түңәрәктәрҙә туған телен, үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен ентекле өйрәнә. Сипайлово биҫтәһенең 136-сы башҡорт лицейында 10-дан ашыу төрлө милләт йәкшәмбе мәктәптәренең күргәҙмәһе ойошторолдо. Өҫтәмә белем биреү усаҡтары халыҡтарҙың йәшәйешен, милли костюмдарын, шәжәрәһен күрһәтте.Күргәҙмәлә уҡытыусылар тәрбиәләнеүселәре менән бергә сығыш яһаны. Күргәҙмә залының иң түрен башҡорт тирмәһе биҙәне.Өфө ҡалаһы Октябрь районының Шәжәрә байрамы 136-сы башҡорт лицейында 2007-сы йылдан ойошторола. Һәр йыл бер темаға бәйле. Республиканың 100 йыллығына арналған сара иһә лицейҙа 4-се йыл уҙғарыла. Быйыл Башҡортостандың дәүләт мөстәҡиллеге тураһында декларация ҡабул ителгән осорҙан әлеге ваҡытҡа тиклем республиканың йәшәйеше күрһәтелде. Сәхнәлә төрлө милләт вәкилдәре сығыш яһаны.Октябрь районында йыл да ойошторолған Шәжәрә байрамында Өфө ҡалаһының башҡа райондары ла әүҙем ҡатнашты. Бындай саралар йәш быуынды тәрбиәләй һәм быуындар бәйләнешен нығыта, тип билдәләй ойоштороусылар.
Шәжәрәһен белгән халыҡ юғалмаҫ
Тулыраҡ: Шәжәрәһен белгән халыҡ юғалмаҫ