“Минең күңел ҡылдарым” конкурсының финалына үткән уҡыусылар республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты. Приютта тәрбиәләнеүсе балаларға Радий Хәбиров төрлө бүләктәр тапшырҙы. Алтынсы класста белем алыусы Айгүзәл Аҙнабаеваның Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән танышыуы тап ошо һүҙҙәрҙән башланды. Октябрь аҙағында республика етәксеһе Ейәнсура районына эш сәфәре менән барғайны. Ул Иҫәнғол ауылындағы социаль приютта ла булды. Шиғыр ижад итергә яратҡан Айгүзәл Аҙнабаева менән берлектә приютта тәрбиәләнеүсе төрлө һәләткә эйә булған уҡыусыларҙы Радий Хәбиров үҙ эш бүлмәһенә сәйәхәткә саҡырғайны. Күп тә тормай әйтелгән вәғәҙә тормошҡа ашты ла инде.“Минең күңел ҡылдарым” әҙәбиәт конкурсында ҡатнашыусы уҡыусыларға Радий Хәбировтың эш урынын, республикала күтәрелгән мәсьәләләр хәл ителә торған бүлмәне күреү бәхете тейҙе. Төрлө шиғыр, проза, повесть, эссе яҙып, финалға үтеүселәр республика етәксеһенен үҙҙәренең ижад емештәре менән танштырҙы.Бөтә йөрәк ҡылдарын шиғыр юлдарына һалған кескәйҙәрҙең ижад юлы һәр кемде телһеҙ ҡалдыра. “Минең күңел ҡылдарым” конкурсы быйыл беренсегә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, төрлө райондан йөҙҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Ҡунаҡҡа килгән уҡыусыларға Радий Хәбиров бүләктәр тапшырҙы. Уҡыусылар ҙа үҙ хис-тойғоларын йәшерә алмай ине.Әйткәндәй, ҡунаҡҡа килгән уҡыусылар ҙа республика башлығын бүләкһеҙ ҡалдырманы. Берәүҙәр шиғыр юлдарын уҡып ишеттерһә, икенселәре уның портретын төшөргән ине.
Минең күңел ҡылдарым
Тулыраҡ: Минең күңел ҡылдарым