47-се умартасалыҡ буйынса халыҡ-ара конгрес 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Өфөгә донъяның төрлө илдәренән умартасылар йыйыла. Теүәл ярты быуат үткәндән һуң “Апимондия” йәнә Рәсәйгә ҡайта. Был юлы ул Башҡортостан ерендә үтәсәк. Беҙ ҙә генә һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ, умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге, умартасылыҡ өлкәһендәге башҡа ҡаҙаныштар. Былар барыһы ла конгресста ҡатнашыусыларҙы көтә. Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланылған умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге менән таныштырыу ҙа ҡарала. Баллы массаж, бал ҡортонан сағылыу, төрлө дауалау косметикаһы һәм башҡа үҙенсәлекле процедуралар. Илдар Һаҙыев ҡорттан сағылыу процедураһына 10 йылға яҡын йөрөй. Уның һүҙҙәренсә, был ысул иң файҙалыларының береһе. «Апимондия» умартасылыҡ ассоциацияларының халыҡ-ара федерацияһы 1949 йылда барлыҡҡа килгән. 1954 йылда был ойошмаға Советтар Союзы ҡушыла. Ике йыл һайын донъяның бар умартасылары конгресста йыйылып үҙҙәренең продукцияһы, умартасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән бүлешә. Бөгөн был ойошма 82 илдең 118 умартасылар союзын берләштерә. Башҡорт балы хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтөн донъяға билдәле. Башҡорт ерендә генә һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ – ул үҙенсәлекле мираҫ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был сараның тап беҙҙең республикала үтеүенең әһәмиәте ҙур. Ул башҡорт балын яңы кимәлгә сығарыуға ҙур этәргес булып торасаҡ.
Республикала “Апимондия”ға әҙерлек эштәре башланды
Тулыраҡ: Республикала “Апимондия”ға әҙерлек эштәре башланды