Был хаҡта бөгөн хоҡуҡ һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса координация кәңәшмәһендә билдәләнде. Яғыулыҡ-энергетик ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар алдындағы бурыс күләме ошо йылдың беренсе ноябренә 4,3 миллиард һумдан ашыу. Был күрһәткес буйынса беренселекте Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары тота. Бурыстар өс төрлө ысул менән барлыҡҡа килә. Быға идарасы компаниялар ресурс биреүсе ойошмалар менән ваҡытында иҫәпләшмәүе, түләүҙәр бер-береһенә тап килмәүе һәм граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты кисектереүе сәбәпсе. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, халыҡ араһында коммуналь түләүҙәргә ҡағылышлы юғары яуаплылыҡ теркәлә, әммә бурыстарын 200-300 мең һумға еткергән түләмәүселәр бар. Уларға ҡарата ҡәтғи саралар күреү мотлаҡ.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләмәгән фатир хужаларына ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк
Тулыраҡ: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләмәгән фатир хужаларына ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк