Зыяратта мәрхүмдәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған һәйкәлдәр булмаһа, кешеләр нисек табыр яҡындарының ерләнгән урынын? Ғафури районында “мәңгелек йортҡа” төшөп, ҡәберлектәрҙең тимер һәйкәлдәрен йыйыусы кешеләрҙе тотҡандар. Тик асыҡланыуынса, был эшкә уларға ауыл хакимиәте башлығы ризалыҡ биргән. Һөҙөмтәлә, етәксе менән урындағы халыҡ араһында низағ барлыҡҡа килгән. Был видео интернетта ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Берәүҙәр ритуаль салон хеҙмәткәрҙәренең зыяраттан тимер һәйкәлдәрҙе алыуҙарынан шаҡ ҡатты. Икенселәре, улар сүп-сарҙан таҙарта бит тип, хупланы. Әммә яҡындарының иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе сүп-сарға тиңләгәндәре өсөн урындағы халыҡ ныҡ рәнйей. Ауыл халҡының тәүәккәллеге арҡаһында ғына, сит кешеләр зыяраттан тимер һәйкәлдәрҙе, кәртәләрҙе алып китә алмай, кире урындарына индереп ҡуя. Әммә ҡышын, бөтә сүп-сар ҡар аҫтында булғанда зыярат биләмәһендә ниндәй таҙартыу эштәре башҡарылһын тип, кешеләр аптырашта ҡала. Ғәҙәттә, ауыл халҡы зыяратты яҙлы-көҙлө үҙҙәре йыйыштыра. Әле бында көҙҙән ҡырҡылған иҫке ағастарҙың ботаҡтары ята. Ни өсөн ритуал хеҙмәттәр уларҙы сығармай, ҡәберлектәрҙең тимер һәйкәлдәренә тотонғаны – билдәһеҙ. Ибрай ауылында эш килеп сыҡмағас, Газель күрше Еҙем-Ҡаранға юллана. Әммә бында ла улар ҡаршылыҡҡа тап була, өҫтәүенә батып ултыра. Был ваҡиғала халыҡты иң аптыратҡаны – ерләү йолаларын күрһәтеү хеҙмәтенә ауыл хакимиәте башлығының ризалыҡ биреүе. Тик етәксе халыҡтың фекере менән риза түгел һәм яла яғыуҙа ғәйепләп, полицияға ғариза яҙған. Тирә-яҡты шаҡ ҡатырған хәл менән район хакимиәте лә таныш. Шулай ҙа, был хәлдән һуң, башҡа ауылда йәшәүселәр ҙә сит-яттарҙың зыяраттарға төшөүҙәренән ҡурҡа. Зыярат – башҡорт халҡында изге ер булып һанала. Шуға ла металл һыныҡтарын эҙләп, аҡса эшләү йәһәтенән мәрхүмдәрҙең һәйкәлдәренә ҡул һуҙған кешеләргә юл ҡуймаясаҡбыҙ, ти урындағы халыҡ. Өҫтәүенә, ырымдарға ярашлы, үлгәндәр йортонан бөтөнләй бер нимә лә алып сығырға ярамай.
Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Тулыраҡ: Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел