Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡара Диңгеҙ флотының “Орехово-Зуево” ракета корабле Новороссийскийҙан Севастопольға килде. Ҡанатлы ракеталар менән ҡоралланған был корабль дәүләт һынауҙарын уңышлы үтте. Суднола тантаналы рәүештә флаг йыл аҙағында күтәреләсәк.

Францияла күләмле ҡаршылыҡ акциялары дауам итә. “Һары жилеттар” полиция менән һуғышҡан, 500 кеше ҡулға алынған, акцияла ҡатнашыусыларға ҡарата күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланылған. Ил буйынса 89 мең полиция хеҙмәткәре дежурға сыҡҡан, урамдарға бронетехника сығарылған.

Германияның Фридберг ҡалаһында юлдан йәйәүлеләр сыға торған урындарҙа Элвис Пресли һыны төшөрөлгән светофорҙар ҡуйылған. Светофорҙар хакимиәткә яҡынса мең долларға төшкән.

Американың Индиана штатында башняға ҙур сәғәттәр элгәндә арҡан өҙөлөп циферблат төҙөүселәр күтәргесенә барып бәрелгән. Йәрәхәтләнеңселәр юҡ тип хәбәр ителә.