Яңы йыл етеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Тулыраҡ: Яңы йыл етеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Балалар баҡсалары, мәктәптәр байрам иртәләренә әҙерләнә. Тик был саралар кескәйҙәр өсөн күңелле ваҡиға булһа, өлкәндәр өсөн күңелле мәшәҡәттәргә әйләнә. Яңы йыл иртәһе күпмегә төшә? Алена Елпаева өс йәшлек ҡыҙы Валерияны балалар баҡсаһында үтәсәк яңы йыл байрамына тулыһынса әҙерләгән, тиергә мөмкин. Күлдәктәр, туфлиҙар һатып алынған, шиғыр ятларға ғына ҡалды, ти йәш әсә. Хәҙер Валерияның әсәһенә бүләк өсөн балалар баҡсаһына 250 һум аҡса тапшыраһы ғына ҡалған. Алена Елпаеваның ҡыҙы йөрөгән балалар баҡсаһында Ҡыш бабайҙы ла ата-әсәләр араһынан һайлап ҡуялар. Мөғжизә килтереүсе, хыялдарҙы тормошҡа ашырыусы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы кескәйҙәр һағынып көтә. Хатта алдан уҡ уның нимә бүләк итерен дә билдәләп ҡуйғандар. Яңы йыл байрамы шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына түгел, ә ата-әсәләр өсөн ярайһы ғына мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Балаң ҡалғандар араһында кәм-хур булып күренмәһен, тиһәң был сара ла етди әҙерлек талап итә, ти өс бала әсәһе Нурия Сафуанова. Нисек кенә булмаһын, ата-әсәләр күлдәк-костюмдарҙы үҙҙәре теккән йә булмаһа һатып алған осраҡта ла, иртәлек өсөн ике мең һум тирәһе сарыф ителә. Был йәһәттән шәхси балалар баҡсаһына йөрөүселәр араһында ла әллә ни айырма юҡ. Администратор әйтеүенсә, шәхси балалар баҡсаһында бар нәмәлә айлыҡ түләү хаҡына ингән, тик ата-әсәләр үҙҙәре теләй икән фотограф, видеооператорға өҫтәлмә рәүештә аҡса йыя. Әлбиттә, байрам кейемдәре хаҡында ла оноторға кәрәкмәй.Ябай балалар баҡсаһы менән шәхси балалар баҡсаһы араһында әллә ни айырма юҡ.... баланы иртәлеккә әҙерләү өсөн яҡынса 2500 аҡса талап ителә...