Бында йәшәүселәр ҡала өҫтөндәге ҡуйы томанға һәм әсе еҫкә зарлана. Бөгөн ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы ултырышы үтте. Унда билдәләнеүенсә, ҡуйы төтөнгә урындағы карьер сәбәпсе булыуы ихтимал. Әле руданың төтәп яныуын туҡтатыу эштәре бара. Сибайҙа йәшәүселәр әйтеүенсә, урамға сығырлыҡ түгел. Күҙ йәшләнә, баш ауырта башлай. Республика етәкселеге ҡалалағы хәлде контролгә алды.
Республика етәкселеге Сибайҙағы хәлде етди күҙәтеүгә алды
Тулыраҡ: Республика етәкселеге Сибайҙағы хәлде етди күҙәтеүгә алды