Республика хөкүмәтенә Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге менән берлектә уны ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү буйынса эштәрҙе башларға ҡушылды.Геопарк Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары биләмәһендә барлыҡҡа киләсәк. Уның составына республика кимәлендәге тәбиғи ҡомартҡылар булған Торатау һәм Йөрәктау, геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәте булған башҡа объектттар ҙа ҙа инәсәк. Бынан тыш, республика хөкүмәтенә Өфөләге конгресс холды “Торатау конгресс холы” тип үҙгәртергә тәҡдим ителде. Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте һәм Башҡортостан сода компанияһы менән ике айҙан ашыу һөйләшеүҙәр алып барылған. Сода компанияһының Ҡуштауҙы эшкәртеүгә 2017-се йылда уҡ рөхсәт алыуы тураһында мәғлүм булды. Әммә сығымдар күп булыу сәбәпле, компания эшкәртеүгә Торатау менән Йөрәктауҙы биреүҙе талап иткән. Шуға ла был тауҙарға Республика етәксеһе Радий Хәбиров федераль хатта халыҡ-ара кимәлдә һаҡланыусы объекттар статусын бирергә ҡарар иткән. Йәғни, уларҙа хәҙер хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыу ҡәтғи тыйыла. Шул уҡ ваҡытта Республика бюджетына йыл һайын 10 миллиард һум аҡса күсереп торған Башҡортостан сода компанияһына ла ярҙам күрһәтеләсәк. Әммә был йәһәттән дә республика етәкселегенең шарты бар. Башҡортостан сода компанияһы Ҡуштауҙы үҙләштергәндә тирә-яҡтағы биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә компенсация түләүҙәрен 100 миллион һумдан 700 миллион һумға тиклем арттырырға тейеш. Бынан тыш, компания ял итеү зоналарын, тау саңғыһы трассаларын һаҡларға бурыслы. Киләсәктә уларҙың урынына заманса ял комплекстарын төҙөү ҡарала.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Торатау” геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы
Тулыраҡ: Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Торатау” геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы