Башҡортостанда “Ауыл педагогы” программаһы әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Ауыл педагогы” программаһы әҙерләнә

Башҡортостан мәғариф системаһын үҫтереүгә федераль бюджеттан 2019-сы йылда 4 миллиардтан ашыу, республика ҡаҙнаһынан 2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Мәғариф министры был хаҡта беҙҙең телерадиокомпанияның Медиа үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республикала балалар баҡсаһына сират көнүҙәк мәсъәләләрҙең береһе. Киләсәктә мәктәпкәсә 49 белем биреү учреждениеһын сафҡа индереү ҡаралған. Йәш белгестәрҙе район мәктәптәренә йәлеп итеү йәһәтенән “Ауыл педагогы” кеүек проекттар әҙерләнә һәм уҡытыусыларҙы социаль яҡлау йәһәтенән программалар тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың белем кимәленә һәм уҡытыу алымына иғтибар артасаҡ. Республика мәғариф өлкәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы 10 төбәге исемлегенә инергә тейеш, тине яңы министр.