Башҡортостан синоптиктары бөгөн көнбайыш райондарҙа боҙло ямғыр яуыуы тураһында иҫкәртә. Ошо сәбәпле ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе үтә уяу булырға саҡырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 ноябрь боҙло ямғырҙан һуң барлыҡҡа килгән боҙлауыҡтан һуң республика юлдарында бер көндә генә һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Халыҡты алдан иҫкәртмәгән өсөн республика етәксеһе Радий Хәбиров синоптиктарҙы ҡаты тәнҡиләгәйне.
Бөгөн көнбайыш райондарҙа боҙло ямғыр яуыуы көтөлә
Тулыраҡ: Бөгөн көнбайыш райондарҙа боҙло ямғыр яуыуы көтөлә