Күп һорауҙар тыуҙырған реформа

Тулыраҡ: Күп һорауҙар тыуҙырған реформа

“Сүп-сар реформаһы” республика халҡында күп һорауҙар тыуҙыра. Билдәле булыуынса, 2019-сы йылдың беренсе ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Әммә халыҡтың күбеһе сүп-сар ташлау өсөн түләнәсәк хаҡ менән бөтөнләй риза түгел. Лиана Наумова ашхана бүлмәһендә йыйылған йомортҡа, һуған тышы, хатта ҡулланылған сәй шамаһын сүп-сар биҙрәһенә ташларға ашыҡмай. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының бөтәһе лә тиерлек яҙғыһын йәшелсә-емеш үҫтергәндә тупраҡҡа ашлама булып ҡулланыла. Ә бына пластик һауыттар һәм быяла шешәләр айырым шыптырға йыйылып бара. Өйҙә һаҡланған гәзит-журнал, ҡаты картондарҙың да ауылда файҙаһы ҙур, тип хужабикә. Уларҙың барыһы ла, урамда ятҡан таяҡтар менән бергә мунса мейесенә ырғытыла.Яндырылмаған сүп-сарҙы һәр йәкшәмбе көнө махсус техника килеп йыйып сыға. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бер аҙна эсендә яҡынса ярты тоҡ тирәһе генә ҡалдыҡ сыға. Билдәле булыуынса, тиҙҙән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Күп фатирлы йортта йәшәүсе һәр кем айына 130 һум, шәхси йорттағылар иһә 185 һум түләргә тейеш. Әммә бындай хаҡ менән күптәр риза түгел.Иглин ауылында күп балалы йәш ғаиләләр донъя көтә. Сүп-сар йыйыу өсөн бер ғаиләнең һәр ағзаһы, йәғни, яңы тыуған бала өсөн дә аҡса түләнергә тейеш тигән яңылыҡ күптәрҙе аптырашта ҡалдыра. Әле хәбәр ителгән хаҡ менән менән иҫәпләгәндә генә, биш бала тәрбиәләүсе Кулебекиндар ғаиләһе, мәҫәлән, сүп-сар өсөн айына 1300 һум аҡса түләргә тейеш була.Рәсәйҙә “Сүп-сар реформаһы” күптән асыҡ һорау булып яңғырай ине. Ауыл урамдарына ҡалдыҡ өсөн һауыттар ҡуйыу мәсьәләһе лә күптәрҙе борсой. Халыҡ һүҙҙәренсә, сүп-сарҙы урамда йөрөгән эттәр туҙҙырған осраҡтар ҙа бихисап. Ауылда йәшәүсе халыҡ сүп-сарҙарын үҙҙәре контейнерға ташлай. Бер көн эсендә йыйылған ҡалдыҡты махсус техника алып китә.Быйыл Башҡортостан биш зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Яңы коммуналь хеҙмәт 2019-сы йылдың беренсе ғинуарынан ғәмәлгә инә. Әммә сүп-сар ташлау өсөн бер кешенең ике йөҙ һумға яҡын аҡса түләүен республика башлығы Радий Хәбиров саманан тыш юғары, тип белдерҙе һәм уларҙы арзанайтырға ҡушты. Беҙҙең республиканы башҡа төбәктәр менән сағыштырағанда ла ярайһы уҡ айырма күреп була. Мәҫәлән, Силәбелә ғаиләләге һәр кеше 87 һум түләргә тейеш. Республикала иһә сүп-сар йыйыу һәм уны юҡ итеү өсөн хаҡ билдәләү мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала.