Республика онкология диспансеры Башҡортостандың 100 йыллығғына 100 объект исемлегендә. Әлеге көндә бында төҙөлөш эштәренең 80 проценты үтәлгән. Рәсми белдереүҙәр буйынса төҙөүселәр эске-биҙәү эштәре менән мәшғүл. Эште аныҡ ойоштороу һәм белгестәрҙең оҫталығын урынлы файҙаланыу – ошо ысул менән төҙөүселәр республика өсөн иң мөһим объекттарҙың береһен сафҡа индереү мәлен ярты йылға яҡынайтыу бурысын ҡуйған. Тышҡы ҡоролош тамам, ти төҙөлөш ойошмаһының баш инженеры Тәбрик Ниғмәтуллин. Туғыҙ ҡатлы бинала 20 мең квадрат метр майҙанда поликлиника, диагностика бүлеге, 240 карауатҡа иҫәпләнгән дауалау корпусы урын аласаҡ. Әлегә бүлмәләр штукатурлап диуарҙар тигеҙләнә.Яңы бинала электр һәм вентиляция селтәрҙәре урынлаштырылған. Торбалар йылытыу селтәренә ваҡытлыса тоташтырылған. Төҙөүселәргә уңайлы булһын өсөн бөгөндән йылы бирелә башлай. Төҙөлөш тамамланып уңайлы шарттар барлыҡҡа килгәнен онкология диспансеры табиптары менән пациенттары ла түҙемһеҙләнеп көтә. Баш табиптың дауалау эше буйынса урынбаҫары Рөстәм Әйүпов фекеренсә, заман медицинаһы тик заман технологиялары ярҙамында үҫешә. Белгестәр әле өс ҡатлы бинаға һыйған биш бүлектә сирлеләрҙе ҡабул итеү һәм дауалау сараларын таба. Төп бурыс – ауырыуҙарға юғары сифатлы ярҙамды ваҡытында күрһәтеү. Трансфузиология кабинеты ҡан һәм уның ҡушымталарын туплау һәм һаҡлау менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә бында өр-яңы заманса ҡоролмалар ҡуйылды. Өҙлөкһөҙ энергия сығанаҡтары эште күпкә еңеләйтә, ти шәфҡәт туташы Рита Йәнгирова. Республикала яман шештең йылына 13 мең яңы осрағы асыҡлана. 80 меңдән ашыу сирле онкология диспансеры күҙәтеүе аҫтында ҡала. Дауалау үҙәгенең киң биналары, уңайлы хеҙмәт шарттары, заманса йыһаздары күберәк булһа, был күрһәткестәрҙе кәметеүгә лә өлгәшелер ине.
Киң биналар, уңайлы хеҙмәт шарттары, заманса йыһаздар
Тулыраҡ: Киң биналар, уңайлы хеҙмәт шарттары, заманса йыһаздар