Спортсылар тулы медицина тикшереүе үтеп, Нефтселәр стадионында тест үтте. Салауат Юлаев клубы тәрбиәләнеүсеһе Денис Хлыстов ялдан тыш ваҡытының бер өлөшөн физик күенекмәләргә йүнәлкән. Яңы миҙгелгә тулыһынса әҙермен, ти уйынсы. Бөгөн хоккей командаһы Словенияның Марибор ҡалаһына оса. Сит илгә йыйынға китер алдынан клуб етәкселеге журналистар менән осрашты. Команда тупланған, яңы уйынсылар талап ителмәй, тип белдерҙе хоккей клубының яңы генераль менеджеры Леонид Вайсфельд. Хоккейҙа ҡапҡасыларҙың көслө булыуы иң тәү шарт. Быйылғы миҙгелдә С.Юлаевта голкиперҙар бригадаһы һынатмаҫҡа тейеш, тип вәғәҙәләй клуб етәкселеге. Юлаевсылар Словенияла иптәштәрсә ике уйын үткәреп 24 июль Өфөгә әйләнеп ҡайтасаҡ. Шулай уҡ август айында команда ике миҙгел- алды турнирында ҡатнашырға ниәтләй. Ә 24 августан Салауат Юлаев хоккейсылары Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгеленә аяҡ баҫасаҡ. Быйылғы миҙгелдең тәүге уйынын юлаевсылар Омсктың Авангард командаһы менән үткәрә.
Салауат Юлаев хоккей командаһы оҙайлы ялдан һуң күнекмәләрен башлай
Тулыраҡ: Салауат Юлаев хоккей командаһы оҙайлы ялдан һуң күнекмәләрен башлай