Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

Тулыраҡ: Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең “Опора России” йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин менән осрашты. Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса Башҡортостан илдә 11-се, Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. “Опора России” йәмәғәт ойошмаһы эшҡыуарлыҡҡа хоҡуҡи, финанс һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса ғәмәли ярҙам күрһәтә. Александр Калинин Башҡортостанда был эш юғары кимәлдә ойошторола, тип белдерһә, төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ, күрһәткестәрҙең йәнә юғарыраҡ баҫҡысына өлгәшәһе бар.