Өфөлә “Опора России” йәмәғәт ойошмаһы лидерҙарының ун өсөнсө форумы асылды. Рәсәй эшҡыуарҙарының бындай мәртәбәле йыйыны Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолдо. Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан етәкселеге бизнесҡа ҡарата асыҡ, ғәҙел һәм яуаплы, тип белдерҙе. “Опора России” лидерҙары форумы власть менән эшҡыуарлыҡтың артабанғы хеҙмәттәшлегендә яңы артылыштар вәғәҙә итә. Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ та үҙ сиратында яуаплы эш күрһәтә. Форум барышында йүнселлектең ил иҡтисадындағы әһәмиәтен нығытыу тураһында фекер алышыуҙан тыш эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡи белемен камиллаштырыу, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса белешмә-семинарҙар ҙа үтә. Форум йәкшәмбегә тиклем дауам итә.
“Опора России” форумы
Тулыраҡ: “Опора России” форумы