Илле алтынсы борт “Аэропорт” лаборатория һынау комплексында шөғөлләнгән авиация инженерҙарына хеҙмәт итәсәк. Ми-8 вертолеты Мәскәү өлкәһе Клин базаһынан Өфөгә ике туҡталыш яһап ике сәғәт осҡан. Рәсәй һауа-йыһан көстәренең ғорурлығы хәҙер авиация техник университетының хәрби-техник институты ҡарамағында. Вертолеттың шанлы тарихын туп йәҙрәһе эҙҙәре дәлилләй. Ул төрлө һауа шарттарында төнгө һәм көндөҙгө осоштар яһаған, хәрби операциялар һәм уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан, парашютсылар десантын ташлаған һәм йөк ташыған, хатта нәфис фильмдарҙа уйнаған. Өфө дәүләт авиация-техник университетының лаборатория-һынау комплексында тиҫтәнән ашыу техника берәмеге бар. Биш йыл һайын улар яңылары менән тулыландырыла. Ми-8 МТ вертолеты әлегә иң яңыһы. 56-сы борт был майҙанға үҙ йөрөшө менән килгән. Техниканың хәрәкәттә булыуы мөһим, ти институт етәксеһе, полковник Мәхмүт Биглов. Студенттар хәрби авиация өлгөләрен техник яҡтан хеҙмәтләдереүгә әҙерләнә. Авиация-техник университеты республикала хәрби кафедраһын һаҡлап ҡалған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Бында буласаҡ ватан һаҡсыларының өс баҫҡысын әҙерләйҙәр. Студенттар теләге буйынса 5 йыллыҡ хәрби училище программаһын үҙләштереп кадр офицеры, ике йыл ярым шөғөлләнеп запастағы офицер һәм йыл ярым уҡып запастағы сержант йә рядовой дәрәжәһен ала. Институт хәрби һөнәрҙәрҙең дүрт йүнәлешендә белем бирә. Дүртенсе курс студенты Арыҫлан Ситдыҡовтың гражданлыҡ һөнәре махсус электромеханика системаларына бәйле, ә хәрби йүнәлеше самолет һәм вертолеттарҙың авиация деталдәрен файҙаланыу һәм төҙөкләндереү. “Аэропорт” комплексында ул курсташтары менән белемен ғәмәлдә камиллаштыра. Самолет һәм вертолеттарҙың айырым өлөштәрен ентекләп тикшереү маҡсатында һүтеп алып ҡороу ысулы ла ҡулланыла. Курсанттарға һәр деталдең үҙенсәлеген һәм мөмкинлеген белеү мотлаҡ. Буласаҡ офицерҙар техниканың иҫке төрҙәрен дә, яңыларын да өйрәнә. Тиҫтә йылдан ашыу эшмәкәрлек осоронда беҙҙең офицерҙар үҙен тик ыңғай яҡтан таныта, ти хәрби белем үҙәге уҡытыусыһы, подполковник Константин Селютин. Авиация- техник университеты был ҡаҙаныштар менән генә сикләнергә йыйынмай. Киләсәктә хәрби кафедра нигеҙендә вуз-ара хәрби әҙерлек үҙәген асыу ниәте бар. Ул саҡта республиканың башҡа юғары уҡыу йорто студенттары өсөн дә хәрби-техник белем алыу мөмкинлеге асылыр ине.
Өфөлә хәрби-транспорт вертолеты ултырҙы
Тулыраҡ: Өфөлә хәрби-транспорт вертолеты ултырҙы