Бөгөн башҡорт теле көнө билдәләнә

Тулыраҡ: Бөгөн башҡорт теле көнө билдәләнә

Был байрам билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип иғлан иткәйне. Иҫтәлекле көнгә ҡарата бөгөн һәр районда, ауылдарҙа күләмле саралар үткәрелә. Мәктәптәрҙә башланғыс һәм өлкән кластар өсөн викториналар, Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе, класс сәғәттәре, флешмоб ойошторола.