Илдең бөтә театрҙарында ла был ваҡиға премьералар, тантаналы тамашалар менән билдәләнде. Республиканың театр һөйөүселәрен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙендә йыйҙы. Тамашасылар викторинала ҡатнашып, "Урал батыр" эпосын төрлө телдә һөйләүсе балаларҙың сығышын тыңланы һәм күптән көтөлгән премьераны ҡараны. Бер залда тамашасылар "Урал батыр" эпосын һөйләүселәрҙең халыҡ-ара бәйгеһе еңеүселәрен тыңлай, икенсе залда иҫтәлеккә актерҙар менән фотоға төшә. Ҡобайырҙы яҡшы белгәндәр викторинала ҡатнашып билеттар ота. Тиҫтәләп профессиональ, ике меңләп халыҡ театры булған беҙҙең төбәк өсөн йылдың премьераларға мул,театр йылын асыусы "Урал батыр"ҙан ҡалышмаған спектаклдәрҙең күп булыуын көтә халыҡ. "Урал батыр" эпосы сәнғәттең бөтә төрҙәрендә сағылыш тапҡан. Сәхнә формаһында ла тамашасылар уны күп тапҡырҙар күргәне бар. Ҡобайырҙы бәләкәйҙән ишетеп, уҡып, ятлап үҫкән ерле халыҡ шуға күрә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йыйылды премьераға. Яҡут режиссеры Андрей Борисов тамашасы күңелен ниндәй алымдар менән яулар? Бәләкәй Урал менән Шүлгәнде егет ҡорона ингәндәре алмаштыра. Урал образында — Ринат Баймырҙин. Шүлгән — Руслан Хайсаров. Күп актерҙар үҙҙәрен бөтөнләй икенсе яҡтан асты тамашасыға.Башлыса героик ролдәр башҡарған Артур Кәбировтың Зәрҡүм сүрәтендә сығыуын күптәр иң уңышлы һәм сағыу образдарҙың береһе тип билдәләне. Спектакль музыкаль яҡтан да яҡшы биҙәлгән. Композитор Урал Иҙелбаев һәм режиссер Андрей Борисов сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваның кәңәштәренә һәм тәжрибәһенә таянып эш иткән. Яҡут режиссерының Шүлгәнташ мәмерйәһендә булып, тарихи урындарҙы үҙ күҙе менән күреп ҡайтыуы, фольклористар, археологтар менән аралашыуы символик образдар тыуҙырған. Ә рәссам Михаил Егоров 3Д форматындағы видеопроекция ярҙамында монументаль әҫәрҙең мифик геройҙарын ысынбарлыҡҡа яҡынайтыуға ирешкән. Ҡошмо ул, йылан, аждаһамы, Ҡатил батшаның үгеҙеме — күренекле рәссам Сардана Федотова әҙерләгән костюмдар бер яҡтан ҡатмарлы ла, икенсе яҡтан геройҙарҙың холҡ-фиғелен аса. "Урал батыр" тағы ла күп тапҡырҙар ҡабат-ҡабат сәхнәгә ҡуйылыр. Әммә ул Яҡут теленә тәржемә ителеп, сит халыҡ режссеры ҡулдары менән кире башҡорт сәхнәһенә әйләнеп ҡайта икән, тимәк эпосыбыҙ, ысынлап та, донъя кимәлендәге бөйөк әҫәр, халҡыбыҙға рух бөркөр тере һыу ул.
Рәсәйҙә Театр йылы старт алды
Тулыраҡ: Рәсәйҙә Театр йылы старт алды