Өфөлә ММА ҡатнаш алыш төрөнөң спортсыларҙы әҙерләү буйынса үҙенсәлекле үҙәк асылды. Динамо стадионында урынлаш3ан заманса залда бокс, кикбоксинг, грепплинг, самбо һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғәлләнергә була. Бокс, кикбоксинг, грепплинг, самбо. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә киң таналыу алған был спорт төрҙәре менән хәҙер Өфөлә асылған заманса үҙенсәлекле үҙәктә шөғәлләнергә була. Иң мөһиме яңы зал Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге үтәсәк ярыштарҙа сығыш яһаясаҡ спортсыларҙы әҙерләүгә ҙур мөмкинлектәр бирә. Яңы зал Республиканың ММА ҡатнаш алыш спорты, “Благомир” һәм “Мин илһөйәр” Рәсәй йәмәғәт ойошмалары ярҙамында сафҡа индерелә. Башҡортостандың ҡатнаш алыш буйынса йыйылма командаһы спортсыларының күнегеүҙәрен Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенең генерал-полковнигы Виктор Комагоров, Башҡортостан буйынса Федераль именлек хеҙмәте идаралығы етәксеһе Юрий Серышев, Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенең “Отдушина” ветерандар спорт клубы идараһы рәйесе Николай Сапожников, “Благомир” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Денис Сибаев һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты.Яңы ҡоролмалар, ринг, мат. Бында шөғөлләнгән спортсыларҙың мәртәбәле ярышта сығыш яһаясағы еңеүгә тағы ла бер этёргес булып тора. Тәү сиратта яңы үҙәк йәш быуында сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәй һәм физик яҡтан нығытыуҙа ярҙам итәсәк.
ММА үҙәге
Тулыраҡ: ММА үҙәге