Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһен рәхмәт һүҙҙәре менән башланы

Тулыраҡ: Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһен рәхмәт һүҙҙәре менән башланы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн «Торатау» конгресс-холында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Был мөрәжәғәтнәмәнең төп үҙенсәлеге шунда-унда парламент депутаттары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәренән тыш, Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә танылыу алған яҡташтарыбыҙ, республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбйҙулла улы Рәхимов саҡырылғайны. Беҙ – яҡшыраҡ булдырабыҙ. Башҡортостан етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡына ошондай вәғәҙә бирә. 4 милилондан ашыу кеше йәшәгән төбәк өсөн был һүҙҙәр хәҙер девиз булып яңыраясаҡ. Өмөт һәм ышаныс, маҡсаттар һәм бурыстар. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү менән бер рәттән социаль сәйәсәт. “Торатау” Конгресс холында иғлан ителгән стратегик документ  — кешеләр өсөн. Ә Башҡортсотан үҙенең тырыш халҡы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн үҙенең төп бурысы итеп һәр кеше тураһында хәстәрлек күреүҙе билдәләй. Һүҙ социаль статус, милләт, дини өҫтөнлөк тураһында бармай. Тап берҙәмлек һәм тап уртаҡ бурыстар Башҡортостандың киләсәктә иң көслө субьекттар булыуына нигеҙ була ала.Радий Хәбиров быуындар күсәгилешлеге яҡлы. Респуликаның башҡарма власть органдары алышыуы законлы һәм демократик нигеҙҙәрҙә башҡарылырға тейеш. Өлкән быуынға айырым ихтирам. Быны Радий Хәбиров һүҙҙә генә түгел, ә үҙ өлгөһөндә күрһәтә. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай һәм Башҡортостан халҡына мөрәжәғәте ябай һандарға ғына ҡоролманы. Иң беренсе факттар. Инцидент менеджмент системаһы бөгөн төбәк өсөн хәл иткес әһәмиәткә эйә була бара. Әгәр ҙә үҙ бурысыңды үтәй алмайһың икән – вазифаң менән хушлаш. Радий Фәрит улы чиновниктарға талаптың айырыуса ҙур буласағын йәшермәй.
Социаь сәйәсәт. Балалар ярым емерек мәктәптәрҙә түгел, ә заманса биналарҙа белем алырға тейеш. Дауаханалар, күп функциялы үҙәктәр – быларҙың барыһы ла хәҙерҙән үк ҙур иғтибар талап иткән йүнәлеш. Радий Хәбиров үҙ мөрәжәғәтнамәһендә һөҙөмтәле эшләргә саҡыра.
Республикала хәҙер генераль өмә көтөлә. Был тәртип урынлаштырыу ғына түгел, ә ҡағиҙә буласаҡ. Дыуандағы Тастүбә мәктәбе, Өфөләге, республиканың башҡа ҡала – райондарындағы белем усаҡтары. Уларҙы төҙөкләндереү менән бер рәттән балалар өсөн яңы баҡсалары төҙөү ҙә айырым көс, финанс сығымдар талап итә. Радий Хәбиров белдереүенсә, тағы ла өс йылдан республикала балалар баҡсалары һаны 49 –ға артасаҡ. Ата – әсәләргә ярҙам да Башҡортостан сәйәсәте өсөн беренсе урынға сыға. Эскелек, тәмәке тартыуға ҡаршы көрәште көсәйтергә лә саҡырҙы Республика етәксеһе. Радий Хәбировтың был тәҡдиме йәмғиәттә хуплау тапты. Туймазы ла өс баланың утта һәләк булыуы ла тап эскелеккә бәйле булып сыҡты. Социаль сирҙәрҙе тамырынан йолҡоп ташлауҙа бөтә республика ҡатнашырға тейеш. Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ. Был девиз иң беренсе һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн яңы һулыш. Башҡортостанда бөгөн алты йөҙ фельдшер акушерлыҡ пункты, дауаханалар ремонтланырға тейеш. Тап шуға күрә, республика хөкүмәте яңы программа әҙерләргә бурыслы. Ғөмүмән, медицина тармағы Радий Хәбировтың сығышының иң ҙур өлөшөн алып торҙо. Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуҙа Башҡортостан хөкүмәте генә түгел, ә район хакимиәттәре лә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәлә иғлан ителгән тағы ла бер мәсьәлә бөлгөнлөк. Республиканың машина – технология станцияһы, Ағиһел йылға пароходсылығы, Башҡортостан нәшриәте. Республикалағы иң ҙур предприятеларҙа бурыстарҙың бөгөн 631 миллиарлд һумға етеүе ысынлап та, халыҡ һәм башҡарма власть органдары араһында шул тиклем ҙур ара барлығы тураһында һөйләй. Радий Хәбиров ҡаҙна аҡсаһын үҙ маҡсатында файҙаланыусылар менән ҡаты көрәш башланасағын белдерә.Республика өсөн тағы бер мәсьәлә – йәштәрҙең ситкә китеүе, ғилми йүнәлештең аҡһауы. Быларҙың барыһына ла яуап булып Башҡортостандың фән һәм технология йорто торасаҡ. Ғилми үҙәкте асыу республика хөкүмәте тарафынан киләһе йыл аҙағында үтәлергә тейеш.Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн ғилми базаны нығытыу өсөн тағы ла бер юл тәҡдим итә. Баш ҡалала уҡыу йорттары араһында кампус төҙөү. Был проекты ғилми даирә мәғариф өлкәһенең яңы аҙымы тип иҫәпләй. Башҡортостанда бөгөн һәр өлкәлә тиерлек проблема бар. Алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү эҙмә-эҙлеклелек талап итә. Алты меңгә яҡын кеше әле үҙ фатирының асҡыстарын алыу ғына түгел, ә уларҙың ҡасан төҙөләсәген дә белмәй.Күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, авариялар һанын кәметеү, юл инфраструктураһын яҡшыртыу. Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәһендә был турала айырым әтелде. Башҡортостан бөгөн үҙенең иҡтисади мөмкинлеген дә тейешенсә ҡулланмай. Инвестициялар. Был иһә айырым бер йүнәлеш. Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ. Ауыл хужалығы тармағы өсөн был һүҙҙәр ысын мәғәнәһендә ҡеүәтләү генә. Башҡортостандың аграр секторын талау түгел, уны үҫтерергә кәрәк. Радий Хәбировтың һәр бер тәҡдиме миҫал менән нығытыла барҙы. Республика етәксеһенең был сығышы ауыл халҡы өсөн айырыуса әһәмиәтле, ти әбйәлилдән Илшат Ғилманов.Коммуналь хужалыҡ. Башҡортостандың был системаһы ысын мәғәнәһендә бөгөн яңы һулыш, яңы терәккә мохтаж. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та ошо өлкәгә бюджет ярҙамы кәрәк, тип иҫәпләй. Башҡортостан иҡтисады хәҙер һауыҡтырыуға мохтаж. Инвестициялар, яңы обьекттар, яңы алымдар. Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ. Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ ҡаҙаныштары, иң мөһиме үҙҙәре менән ғорурланырға тейеш.Республика етәксеһе Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе ысынлап та, һуңғы тиҫтәгә яҡын йылда яңғыраған стратегик документарҙан тулыһынса айырылды. Быуындар күсәгилешлеге һәм хөрмәт. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов иғлан ителгән документты республика парламенты ғына түгел, ә тәү сиратта Башҡортостан халҡы өсөн, тигән фекерҙә.Башҡортостан парламенты иһә бөгөндән эш йүнәлешен үҙгәртергә әҙер. Спикер Константин Толкачев яҡын арала тап ошо мөрәжәғәт буйынса депутаттар, халыҡ вәкилдәре фекерен ишетергә теләй. Йәмәғәт ойошмалары иһә был документ тураһында уртаҡ ҡарашта. Милләттәр араһында айырма булмауы Башҡортостан именлеге, тотороҡлоғо нигеҙе.Башҡортостан халҡы, ябай кешеләрҙә был документты ыңғай хуплауын йәшермәй. Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ. Дүрт миллиондан ашыу халҡы булған Башҡортостан бөгөн ысынлап та, бөтәһен дә булдырырлыҡ. Иҡтисад. Сәнәғәт, сәйәсәт, фән һәм мәғариф, һауылҡ һаҡлау өлкәһе. Былар дүрт миллион кеше яҙмышы.